Новости
11 Ғинуар 2020, 06:05

Аҙыҡтың зарарлыһы бар

Иң тәмле аҙыҡтың да зарарлы булыуы ихтимал. Дөрөҫ туҡланмау арҡаһында күп кенә сирҙәр баш ҡалҡыта.

Балалар нимә ярата? “Чупа-чупс”, сәйнәй торған кәнфит, пастила – барыһы ла сәләмәтлек өсөн зарарлы. Уларҙа шәкәр, химик матдәләр, буяуҙар ифрат күп. Чипсы – май һәм углеводтар ҡатнашмаһы, тәм һәм буяуҙар менән байытылыуы аппетитты ҡуҙғыта. Газлы татлы эсемлектәр химия, шәкәр һәм газ берләш­мәләренән тора, зарарлы матдәләрҙең бөтә организм буйлап тиҙ таралыуына булыша. Кока-кола – юшҡын һәм тутыҡты таҙартыу өсөн яҡшы сара, ярты литр эсемлекте эскәндән һуң ашҡаҙан-эсәк юлына ниндәй зыян килтереүен аңларға була.

Шоколадтар – химик өҫтәмәләр, тәмләткестәр, буяуҙар, калориялар “келәте” ул. Сосиска һәм кол­басаларҙы ла зыянһыҙ тип атап булмай, уларҙағы май, сусҡа тиреһе, сало төрлө тәмләт­кестәр менән байытыла. Генетик үҙгәрештәр юлы менән сығарылған сояны ҡу­шыуҙары ла ихтимал. Майлы колбаса ризыҡтары организмға насар тәьҫир итә, ҡанда холестерин күбә­йеүенә булыша, һөҙөмтәлә ҡан та­мырҙары ҡыҫылып, тарайып, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә юл аса. Кетчуп һәм майонездың организмға зарар­ҙан башҡа файҙаһы юҡ. Тиҙ әҙерләнә торған ризыҡтарҙы йыш һатып алмаҫҡа тырышығыҙ, улар­ҙың барыһында ла яһалма аҙыҡтар ҡулланыла.

Көн дә ҡулланған тоҙҙо ла самалап тотонорға кәңәш итәбеҙ. Ул организмда токсиндарҙың тупланыуына, ҡан баҫымының күтәрелеүенә булышлыҡ итә.

Алкоголле эсемлектәр – айырым бер тема, уның организмды эстән ҡаҡшатыуы күптән билдәле.

Кәңәш-төңәштәргә ҡарамай, зарарлы аҙыҡтарҙы самаһыҙ ҡул­ланыу нимәгә килтерәсәк? Әлбиттә, хәл-торошоғоҙҙоң, кәйефегеҙҙең насарланыуына, һаулығы­ғыҙҙың ҡаҡшауына. Аҙыҡтың сифаты ғына түгел, ә уның миҡдары ла сәлә­мәтлегегеҙҙә сағылыш табасаҡ. “Демография” милли проекты тап ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне.https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/a-y-ty-zararly-y-bar/
Читайте нас