Ирҙең үлем сәбәбе былайыраҡ булған: өйҙә байрам Яңы йыл кигәс тә оҙаҡ дауам иткән. 6 ғинуарға тиклем хатта. Шул көндө хужа менән ҡунаҡ араһында ғауға ҡупҡан да, хужа ир утын алып, ҡунағының башына һуҡҡан. Тегеһе иһә капюшонда булған, шуға ла, йәнәһе, хужа уның башындағы яраһын да күрмәгән. Бер нисә көн үткәс кенә, уның менән нимәлер булыуын аңлаған, тик барыбер ни табиптарға, ни милицияға хәбәр итмәгән.