Новости
10 Ғинуар 2020, 09:19

Яңы йыл байрамдарында янғындар һаны һиҙелерлек кәмегән – Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы яңы йыл байрамдарында янғындар һанының һиҙелерлек кәмеүе хаҡында хәбәр итте.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 1-9 ғинуарҙа республикала 150 янғын теркәлгән. Был 2019 йылдың ғинуар каникулдары (185) менән сағыштырғанда 19 процентҡа аҙыраҡ.

Быйыл 150 янғында биш кешенең ғүмере өҙөлгән. Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек 20 кеше янғын ҡорбаны булған.

Икәүһе, уҙған йылда туғыҙы төрлө йәрәхәттәр алған.

«Балалар үлеменә һәм йәрәхәтләнеүенә юл ҡуйылмаған», — тип белдерҙе ҡотҡарыусылар.

Быйыл яңы йыл байрамдарында сыҡҡан янғындарҙың төп сәбәптәре – ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалын ҡулланыу, мейес яғыу ҡағиҙәләрен боҙоу.

Читайте нас