Был халыҡты енләндерә башланы. Нисек инде шундай билдәле кешенең сире тураһында бер рәсми дәлил дә юҡ? Уның ауырыу йөҙлө фотоһы ла, видеоһы ла күренмәй. Быларҙың барыһы ла имеш-мимешкә урын ҡалдыра. Ана Жанна Фриске ошондай уҡ ҡурҡыныс сир менән ауырыған саҡта, быны дәлилләгән фотолар һәм видеолар күп ине. Халыҡ ышанды, уны ысын күңелдән йәлләне, һаулыҡ теләне һәм аҡса йыйҙы. Ә бында - тынлыҡ...
“Һәр бер телефонда камера булған заманда йәшәйбеҙ. Нисек инде уның дауаханан бер фотоһы ла юҡ? Ысынлап ауырып ятһа, әллә ҡасан берәй шәфҡәт туташы булһа ла фотоһын һалыр ине бит” тип яҙа интернет ҡулланыусыларҙың береһе. “Һуңғы ваҡытта уның популярлығы кәмей төшкәйне бит. Шуға үҙенә иғтибарҙы арттырыр өсөн сир уйлап таптылар. Хәҙер “дауаланыу” ваҡыты ысын кеүек тойолһон өсөн йәшенеп ята” тиеүселәр ҙә бар.
Настя тураһында тағы бер мәғлүмәт донъя күрҙе: имеш, уның ҙур кредиты бар һәм уны түләмәҫ өсөн сирлегә һалышҡан. Һүҙ 10 миллион һум аҡса тураһында бара икән. Был турала Саона исемле билдәле бер күрәҙәсе һөйләгән.
"Ул кредит түләмәҫ өсөн яман шеш сире уйлап тапҡан. Сумма бик ҙур. Тик уға барыбер был аҡсаны түләргә тура киләсәк. Әле Анастасия сумманың яртыһын ғына түләй ала. Ул сирлегә һалышҡан, үҙе бурысынан ҡотолоу өсөн документтар әҙерләй. Настя ысынлап та нимә менәндер сирләй, тик ул яман шеш түгел", – ти күрәҙәсе.
Алдаймы Настя? Әллә ысынлап сирләгән саҡта шәхси донъяға индермәҫкә тырышыуымы?