Новости
10 Ғинуар 2020, 07:33

Ғүмерлек һабаҡ алһа ярай ҙа

Өфө ҡалаһының Киров районы прокуратураһы экстремистар эшмәкәрлегенә ҡаршы тороу тураһында ҡануниәтте тикшергәндә “Бәйләнештә” социаль селтәрҙә ошо йүнәлештәге мәғлүмәтте таба.

Йәғни Благовар районынан 23 йәшлек егет “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәге диуарында тыйылғандар исемлегенә индерелгән китаптың тексын ҡуйған. Район прокуратураһы был факт буйынса уға ҡарата Рәсәй Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 20.29-се статьяһы (экстремистар материалдарын күпләп) буйынса административ эш ҡуҙғатты, хәҙер уға штраф түләргә тура киләсәк.
Бынан тыш, ул экстремистар эшмәкәрлегенә ҡаршы тороу тураһындағы ҡануниәтте боҙоуға юл ҡуйыу тыйылыуы хаҡында иҫкәртеү ҙә алды.
Әле уның социаль селтәрҙәге сәхифәһе юйҙырылған.
Читайте нас