

Көйөргәҙе районының хакимиәтендә эшҡыуарҙар сәғәте сиктәрендә «Xianhu Deng» ҡытай инвестицион компанияһының генераль директоры Ву әфәнде «Роторфлай» предприятиеһының конкурслы идарасыһы Сергей Иванов менән осрашҡан.
Ву әфәнде «Роторфлай»ҙың бөтә мөлкәтен һатып алып, яңы технологиялар нигеҙендә үтә еңел вертолеттар йыйыу буйынса банкрот предприятиены тергеҙергә тәҡдим иткән.
Яңы производствола урындағы конструкторҙар эшләйәсәк, район бюджеты өҫтәмә аҡса менән тулыланасаҡ, тип көтөлә.
Ҡытайҙар йылына уртаса 5-ҙән алып 50 вертолетҡа тиклем йыйырға планлаштыра.
Сергей Иванов алдында кредиторҙарҙың йыйылышын үткәреп, предприятиеның хаҡын килешеү, документтарҙы әҙерләү бурысы тора.
Фотола: Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов менән Ву әфәнде.
Фото: ВК-нан.