Новости
10 Ғинуар 2020, 05:40

Бер юлы өс кешенең ғүмерен өҙҙө

Йәнә бер ҡурҡыныс яңылыҡ билдәле булды. 6 ғинуарҙа Белорет ҡалаһында 42 һәм 47 йәшлек ике ир менән 35 йәшлек ҡатындың үле кәүҙәһе табылған. Сәбәбе нимәлә?

Кешеләр һөрөм менән ағыуланған. Был хәл буйынса Тәфтиш комитеты тикшереү үткәрә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ағыуланыуҙың сәбәбе – йортта газ колонкаһының төтөн сыҡҡан урыны дөрөҫ эшләмәгән. Ошо сәбәпле хәүефле газ йыйылып, кешеләр үлгән.
"Ваҡиға урынын ҡарап сыҡҡандар, шаһиттар һәм һәләк булғандарҙың туғандарынан һорау алыу бара, хәлдең шарттары асыҡлана", - тинеләр Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
  • Читайте нас