

8-11 класс уҡыусылары араһында иң яҡшы тел белеүселәр республикабыҙҙан ғына түгел, ә башҡорттар күпләп йәшәгән Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән дә йыйылған. Уларҙы БР мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева сәләмләне һәм бәйгелә уңыштар теләне.
Олимпиадала ҡатнашыусылар өс һынау аша үтәсәк – инша яҙыу, викторина һорауҙарына һәм телдән яуап биреү. Ярыш 11 ғинуар тамамланасаҡ.
Сараны БР Мәғариф һәм фән министрлығы, БР Мәғарифты үҫтереү институты, Башҡорт дәүләт университеты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойоштора.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса регион-ара олимпиада Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының 2019-2020 уҡыу йылында үткәреләсәк олимпиадалар, интеллектуаль һәм ижади конкурстар исемлегенә индерелгәйне.