Новости
10 Ғинуар 2020, 12:47

Америка актрисаһы Владимир Путин хаҡында нимә тине?

Америка актрисаһы Шэрон Стоун Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Америка Ҡушма Штаттары Президенты Дональд Трампты сағыштырҙы. Ул биргән баһа АҠШ башлығы файҙаһына булманы.

Голливуд йондоҙо әйтеүенсә, Рәсәй дәүләте етәксеһе – көслө лидер. Шул уҡ ваҡытта Аҡ йорт хужаһы, 61 йәшлек Стоундың фекеренсә, үҙенең вазифаһын ихтирам итмәгән “маҡтансыҡ”. GO журналына биргән интервьюһында актриса Владимир Путиндың илгә идара итеүендә уның мәнфәғәттәренән сығып эш итеүен билдәләй. Стоун әлеге АҠШ башлығының икенсе срокка һайланыуына ла шик белдерҙе.
#ВладимирПутин Фото: news.myseldon.com Автор: Лилия Давлетбакова.https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Amerika-aktrisa-i-Vladimir-Putin-ha-inda-nim-tine-69665/
Читайте нас