Шулай итеп, балаларҙы тәрбиәгә алған һәм патронат ғаиләләргә билдәләнгән пособие күләме арттырылды. Законды тормошҡа ашырыу өсөн төбәк бюджетына 68 миллион һумдан ашыу аҡса һалынды. Хәҙер айлыҡ пособиеның иң юғары күләме – 11 мең 699 һум. Бер балаға иҫәпләнгән минималь пособие күләме – 6 мең 604 һум.
Республикала пособиеларҙы индексациялау даими үткәрелә. Айырыуса ул 2018 йылда һиҙелерлек артты – 16 процентҡа! Быйыл ул, үткән осорҙағы кеүек, дүрт процентҡа күбәйҙе. Балаларҙың сәләмәтлек торошона, йәшәү шарттарына ҡарап та пособиеларҙың күләме үҙгәртелеүе мөмкин.