1. Эшкә сыҡҡас башҡарырға тейешле эштәрегеҙҙе ял ваҡытында айырым ҡағыҙға яҙып ҡуйһағыҙ яҡшы. Был маҡсат-бурыстарҙы теүәл планлаштырырға ярҙам итәсәк.
2. Эшкә һалмаҡ инеп китергә тырышығыҙ. Беренсе көндө үк һуңға ҡалмағыҙ. Һүҙ уңайынан, был юлы эш аҙнаһы кесаҙнанан башлана. Ике көндән тағы ялдар. Ҡыҫҡаһы, арымай эшләргә тағы бер мөмкинлек.
3. Иртәгә эшкә тигән көндө төнө буйы ултырмағыҙ, иртәрәк ятып йоҡларға, йоҡоғоҙҙо туйҙырырға тырышығыҙ. Эшкә сығырға бер нисә көн алдан режимды юлға һалһағыҙ, тағы ла файҙалыраҡ.
4. Белгестәр оҙаҡ ялдарҙан һуң беренсе эш көнөндә серотонин бүлеп сығара торған ризыҡтар - шоколад, зефир, диңгеҙ ризыҡтары, сәтләүек, кипкән еләк-емеш, эремсек, кефир менән туҡланырға кәңәш итә.
5. Әгәр ҙә пассив ял иткәнһегеҙ икән, ғәҙәттә, кәүҙә ауырлығы артырға мөмкин. Эшкә сыҡҡас уҡ ябыға башламағыҙ, беренсе эш көнөндә үк спорт залына барыу, фитнес менән шөғөлләнеү нығынмаған организмды ҡаҡшатыуы ихтимал. Һәр нәмәлә саманы онотмағыҙ. Уңышлы эш көндәре теләйбеҙ!