+21 °С
Болотло


«Үҙемде тыя алмайса был аҙымға барғаным өсөн ғәфү үтенәм,әммә минең башҡа сарам юҡ ине. Һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә килгән ҡайғыны уртаҡлашам һәм әгәр булдыра алһағыҙ, мине ғәфү итеүегеҙҙе үтенәм», – тиелгән хатта.
Егет әрмелә дүрт ай ғына хеҙмәт итеп өлгөргән була. Тәүге көндә үк олораҡ хеҙмәттәштәре уның аҡсаһын һәм телефонын тартып ала. Һалдатты төрлөсә ҡыйырһыталар. Егет караулда үҙен йәберләүселәрҙе атып үлтерә. Часта «дедовщина» күренештәре булыуын уның бер хеҙмәттәше лә раҫлаған.