– Рәдис кисә китте. Беҙҙең тауышты ишетеп команан сыҡһын өсөн уның менән көн һайын һөйләшеп ҡараныҡ, тик ул ишетмәне. Йәрәхәттәре бигерәк ауыр булды шул. Көнө-төнө доғалар уҡый инек... – ти Алмас.
Рәдис менән Радим - игеҙәктәр, улар бер-береһенә бик бәйләнгән. Авария көнөнән алып улар икеһе лә дауаханала ауыр хәлдә ине. Әле Радим һауыға башлаған, уны реанимациянан һеңлеһе, биш йәшлек Азария янына күсергәндәр.
– Беҙ балаларға бер нимә лә әйтмәнек әле. Улар әсәһенең дә, ағаларының да һәләк булғанын белмәй. Был бигерәк ауыр. Балалар улар тураһында һораша. Беҙ шым ҡалабыҙ, – ти Алмас.
Рәдисте иртәгә әсәһе янына ерләйәсәктәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был авария 31 декабрҙә Дүртөйлө районында булғайны. Унда “ВАЗ-2113”, “Шевроле Лачетти”, “Киа Рио” һәм “Камаз” автомобилдәре бәрелешкәйне. Ике ҡатын үлеүе сәбәпле биш бала тома етем ҡалғайны. Хәҙер улар дүртәүгә ҡалды...