Был сумма республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты тарафынан билдәләнгән юл хаҡы, уның иҡтисади йәһәттән нигеҙләнгән хаҡы, шулай уҡ ташламаға хоҡуҡҡа эйә булғандар өсөн килемгә компенсация араһындағы айырманы ҡаплауҙан барлыҡҡа килә.
“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, әле Өфөлә Башавтотранс һәм Электр транспортының муниципаль идаралығы көйләнгән тарифтар буйынса эшләй. Автобустарҙа үҙ иҫәбеңә йөрөү хаҡы – 25 һум. Ә шул уҡ ваҡытта бер пассажирҙы ташыу өсөн реаль сығымдар 36 һум тәшкил итә. Электр транспортында һәм “Алға” картаһы менән иҫәпләгәндә юлда йөрөү 20 һумға төшә.
Ә бына шәхси ташыусылар көйләнмәгән тарифтар буйынса эшләй һәм үҙенең хеҙмәттәре өсөн теләгән хаҡын ҡуя. Баш ҡалалағы коммерцияға ҡараған автобустарҙа хаҡтар – 25-30 һум тирәһе. Ҡала яны маршруттары буйынса йөрөгән автобустарҙа хаҡ, дәүләт транспортындағы менән сағыштырғанда, күпкә юғарыраҡ. Шулай уҡ коммерцияға ҡараған атобустарҙа бер ниндәй ҙә ташламалар ҡаралмаған.