Сара барышында китапханасы слайд-презентация ярҙамында балаларҙы кинематография тарихы менән таныштырған, ағалы-ҡустылы Люмьерҙарҙың тәүге фильмдары хаҡында һөйләгән, беренсе Рәсәй режиссерҙары һәм кинокартиналары хаҡында бәйән иткән.
Унан һуң балалар бер нисә мауыҡтырғыс конкурста һәм викторинала көс һынашҡан: фразалар буйынса киноның исемен атаған, кино һәм мультфильмдар геройҙарын таныған, сценарист йәки тауыш режиссеры сифатында үҙҙәрен һынап ҡараған.
Шуныһы ҡыуаныслы, балалар һәр конкурста ихлас ҡатнашҡан һәм кинематография донъяһын яҡшы белеүен күрһәткән.
Иң аҙаҡтан балалар Г.-Х. Андерсен әҫәре буйынса төшөрөлгән “Снежная королева” мультфильмын ҡараған.
Ижади сара ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булыуы менән барыһына ла бик оҡшаған. Туймазы китапханасыларына һөнәри оҫталыҡтары өсөн рәхмәт белдерге килә.
Фотолар tuimazimcb.ru сайтынан.