Новости
9 Ғинуар 2020, 10:20

Андрей Губин ниңә сәхнәгә сығыуҙан баш тарта?

Һуңғы ваҡытта яҡташыбыҙ, 90-сы йылдарҙа киң билдәлелек алған йырсы Андрей Губиндың сәхнәгә сығыуы тураһында һүҙҙәр ҡуйырҙы.

Аранжировкалаусы Тарас Ващишин: “90-сы йылдарҙың секс-символы Андрей Губин тиҙҙән сәхнәгә ҙур концерт менән сығасаҡ”, – тип белдерҙе. Тик артист был һүҙҙәрҙә кире ҡағып: “Был ялған. Сығыш яһарға теләмәйем. Башҡаса сәхнәгә сығырға йыйынайым. Белмәйем, ниңә Тарас улай тип яҙҙы икән”, – тип белдерә.
Мәғлүм булыуынса, Андрей Губин нервы системалары ауырыуы менән сирләй. “Комсомольская правда” гәзите хәбәр итеүенсә, артист инде 10 йыл концерт ҡуймай. Андрей Губин иһә: “Мин ныҡ ауырыйым, шуға ла тамашасыны ҡыуандыра алмаҫмын”, – ти.
Читайте нас