Новости
8 Ғинуар 2020, 12:48

“Яҡшы булған, шул кәрәк уға!”

Ҡайһы бер саҡта дошманыңа ла рәхмәтле булдырта икән был тормош...

Сәриә менән Рәшит матур итеп дуҫлашып йөрөп өйләнеште. Икеһе лә совхозда ең һыҙғанып эшләй, тәүҙә ятаҡтан бүлмә бирҙеләр, унан инде йорт һалып инделәр. Машина алдылар, ишек алдын гөрләтеп баҡса үҫтерҙеләр, мал-тыуар аҫранылар. Тормоштарының йәме лә, мәғәнәһе лә булған улдары Ринат менән ҡыҙҙары Сәлимә лә матур итеп үҫеп етте.
Әммә бәлә көтмәгәндә килде. Төнгө клубта ҡыҙмаса булып алған йәштәр үҙ-ара эләгешеп китеп, эш бысаҡҡа барып етә һәм ошо ҡаңғырыҡта Ринат үлемесле яра ала. Дауаханала йән бирә 21 йәшлек һомғол буйлы егет.
Рәшит, ир кеше булараҡ, бирешмәҫкә тырышты, хәсрәтен эш менән баҫты. Ә бына Сәриә балаһын юғалтыу ҡайғыһынан бөгөлөп төштө. Бер эшкә лә ҡулы барманы, күңеле лә ятманы. Көн дә ашарға йүнәтеү, ҡош-ҡорт ҡарау кеүек эштәрҙе шулай тейеш булған өсөн генә башҡарҙы. Ятһа ла, торһа ла уйҙары тик улы хаҡында булды: “Ни эшләп?”, “Ни өсөн?”
Бер мәл шаталағыраҡ холоҡло күршеһе хәл белергә килеп инде. Хәбәрҙе уйламайыраҡ һөйләй торған холҡо бар уның. Һөйләшеп ултыра торғас: “Теге көн урамда күрше Хәмиҙәне күргәйнем. Һинең хаҡта һүҙ сыҡҡас, “Шул кәрәк Сәриәгә! Әллә кем булып йөрөй торғайны, яҡшы булды. Ана хәҙер ҡайғыһынан кеше ҡарамаҫлыҡ булып ҡалған”, тейсе. Эй кеше ҡыҙыҡ була ла инде...” – тип һүҙ сурытты.
Был хәбәр һеңгәҙәтә һуҡты Сәриәне. Кеше ҡайғыһына шатланған әҙәмдәр ҙә бар икән Ер йөҙөндә... Күршеһе сыҡҡас, көҙгө алдына барып баҫты. Унан элек килешле генә итеп киҫтерелгән сәстәре ялбырап үҫкән, күҙҙәре ҡарайып эскә батҡан, ҡаштары күптән эҫкәк барлығын онотҡан, өс-дүрт ай эсендә йөҙө һурылып, иңдәре ҡайғынан баҫылған ҡатын ҡарай ине.
Иң тәүҙә ҡулына эҫкәк алып, ҡаштарын рәтләне. Таныш парикмахерына шылтыратып, иртәгәһе көнгә прическа яһатырға китте. Бер ыңғай сауҙа үҙәгенә инеп, килешле генә күлдәк һатып алды. Наят итеп өйөн йыйыштырып, ишек алдында һулый башлаған сәскәләрен тәрбиәләне. Баш ҡалала уҡып йөрөгән ҡыҙы ҡайтыуға тип мейесенә бәлеш ҡуйҙы. Йортҡа яңынан йәм ингәндәй булды.
Бына шулай, һүҙ менән кешене үлтереп тә, терелтеп тә була, тиҙәр бит. “Мине күрә алмай шундай һүҙ әйткән күршемә рәхмәт. Әл дә шул ваҡытта шулай тигән. Ул, үҙе лә белмәйенсә, миндә йәшәүгә сәм уятты,” – ти Сәриә.
Фото: duapah.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығоловаhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ya-shi-bul-an-shul-k-r-k-u-a-65652/
Читайте нас