Новости
8 Ғинуар 2020, 12:09

Йәш әсә ҡайҙа сығып киткән?

Өфөлә 24 йәшлек әсәне эҙләйҙәр. Валерия Хлобыстова Яңы йылдың тәүге көнөндә ғәйеп булған. Уның ғаиләһе полицияға һәм битараф булмаған барлыҡ республика халҡына мөрәжәғәт итә.

Ҡатын 1 ғинуар көндөҙ өйөнән сығып китә һәм ҡайтмай. Ҡатынын тапмаған ир ҡаңғыра башлай. Өҫтәүенә уларҙың бит бәләкәй улдары бар...
Әле Валерияны полиция эҙләй. Ә туғандары социаль селтәрҙәр һәм интернет аша иғландар биргән. Ни өсөн ҡатын бер кемгә әйтмәй өйөнән сығып киткәндер - туғандары белмәй. Барыһы ла яҡшы булыр, тип ышана улар.
Әгәр һеҙ Валерияны күрһәгеҙ йәки ҡайҙалығын белһәгеҙ, 8-919-615-07-15 телефонына шылтыратыуығыҙҙы һорайҙар.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева. https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Y-sh-s--ay-a-si-ip-kitk-n-65847/
Читайте нас