Новости
8 Ғинуар 2020, 12:46

Улар беҙҙе көн-төн күҙәтә...

Быйыл ғинуарҙан Башҡортостан юлдарында видеокамералар һаны 500-гә етте. Был хаҡта “Транспорт сәғәте”ндә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов та һөйләгәйне. Бындай видеокамералар ҡулланыу тәжрибәһе нимә күрһәтә, юл хәүефһеҙлеген яҡшыртыуға улар өлөш индерәме?

– Һуңғы өс айҙа ғына ла юл камералары ике меңдән ашыу тәртип боҙоуҙы асыҡланы, бының өсөн штрафтар төбәктең Юл фондына 20 миллион һум аҡса килтерҙе, – тине комитет етәксеһе. – Яҡын көндәрҙә Өфө урамдарында тағы ла 62 видеокамера эшкә тотонасаҡ. Ә 1 майға уларҙың һаны ике тапҡырға артасаҡ.

Был ҡоролмалар Юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенең дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәрен урам һәм трассаларҙан ҡыҫырыҡлап сығара бара. Уның сәбәптәре аңлашыла ла: был камералар тәүлек әйләнәһенә һәм теләһә ниндәй һауа торошонда ла күҙәтеүҙе туҡтатмай, видеотеркәү менән бәхәсләшеү мөмкинлеге юҡ, улар менән һатыулашып та булмай.
Бөгөн фото һәм видеотеркәү камералары Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә эшләй, улар 8,9 мең стационар һәм 4,1 мең алмаш контроль зоналарын үҙ күҙәтеүенә алған. Улар теркәгән тәртип боҙоуҙарҙың 89 проценты былтыр автомобилселәрҙең тиҙлекте арттырыуына бәйле булды. Бындай техниканың тағы бер өҫтөнлөгө – уларҙың оператив эшләүендә: Мәскәүҙә, мәҫәлән, видеокамералар тәүлегенә 35 мең фото һәм видеоматериалды эшкәртеп өлгөрә икән. Ә былтыр, Рәсәйҙең дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, камералар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 61 миллион осрағын теркәгән. Был алдағы йыл менән сағыш­тырғанда 22 процентҡа күберәк. Илдең Транспорт министрлығы пландарына ярашлы, 2024 йылға Рәсәй юлдарында ошондай 18 мең комплекс эшләйәсәк.

Видеокамералар бөгөнгә туғыҙ төрлө тәртип боҙоу осрағын теркәй һәм тейешле урынға ебәрә:
1) тиҙлек тәртибен күҙәтмәү;
2) йәмәғәтселек транспорты һыҙатына сығыу;
3) тоташ һыҙыҡты арҡыры үтеп китеү;
4) юлдан ситкә сығыу;
5) автомобилдәр менән тулы урам сатына сығып туҡтау;
6) урам аша сыҡҡан йәйәүлеләрҙе үткәрмәү;
7) “стоп-линия”ны үтеп китеп туҡтау;
8) светофорҙың тыйған сигналын күҙәтмәү;
9) тыйылған урында туҡтау.

Был ҡоролмаларҙың йоғонтоһо һиҙе­лерлек: улар торған урында юл-транспорт ваҡиғалары кәмей һәм уларҙың эҙемтәһе лә сағыштырмаса еңелерәк була. Былтыр ил буйынса ошондай камералар авария хәүефе булған 1,3 мең урында бындай ваҡиғаларҙы бөтөрҙө йәки хәлде күпкә еңеләйтте.

Хәүефһеҙлеккә хеҙмәт иткән был ҡоролмалар туҡтауһыҙ камиллаштырыла, улар яңынан-яңы бурыстарҙы үҙ өҫтөнә ала. Мәҫәлән, автогражданлыҡ яуаплылығы буйынса мотлаҡ страховкаһы (ОСАГО) булмаған автомобилдәрҙе улар юлда килгәндә номерҙарына ҡарап билдәләү, Израилдәге кеүек, автомобиль тығын­дарындағы машиналар һанын иҫәпләү.
Видеокамералар теркәүенән ҡотолорға буламы? Интернеттағы төрлө форумдарҙа шоферҙар быны даими тикшерә, төрлөһө төрлөсә тәҡдим итә һәм үҙ ысулының ышаныслы булыуын иҫбатларға тырыша. Уларҙың күпселеге автомобилдең алғы бамперы янында торған дәүләт номерын тулыһынса йәки өлөшләтә ҡаплауға ҡайтып ҡала. Хатта номерҙы ҡаплаған сепрәкте бау менән тарттырып, камералар эргәһенән үткәндә төшөрөп, үтеп киткәс иһә тағы күтәреп аҙапланғандар ҙа бар икән. Әммә шуныһы: бының өсөн, беренсе осраған юл-патруль хеҙмәте пункты янында туҡтатып, штраф сәпәйәсәктәр. Дәүләт номерын йәшергән өсөн штраф биш мең һум тәшкил итә. Ә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф, нигеҙҙә, 500 һум тирәһе, уның да, тәүге 20 көн эсендә түләгәндә, яртыһын ғына биреп ҡотолорға мөмкин. Шулай булғас, уйлап ҡарағыҙ инде...
Автор: Рәшит Кәлимуллинhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ular-be-e-k-n-t-n-k-t-/
Читайте нас