Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
8 Ғинуар 2020, 12:17
Туристарҙың автобусы боҙолған
Кисә кис Белорет районында Ырымбур туристарының автобусы боҙола.
Тау саңғыһы курортынан ҡайтырға юлланған автобус Яңы Абҙаҡ ауылынан ике километр алыҫлыҡта эшлектән сыға. Бәхеткә күрә, техниканың йылытыу системаһы боҙолмай, эргәлә генә заправка станцияһы ла була.
БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бәләгә осраған 50 туристы, шул иҫәптән 3 баланы икенсе автобуста Белорет ҡалаһы автовокзалына килтерәләр, йылы аш менән һыйлайҙар. Боҙолған автобус юлды дауам итергә яраҡһыҙ тип табыла. Пассажирҙарға Ырымбурға юлланыр өсөн хеҙмәтләндереүсе транспорт компанияһы икенсе автобус бүләсәк.
Фото: bashinform.ru
Автор: Римма Султанова.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Turistar-i-avtobusi-bo-ol-an-66189/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"