Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Облачно
Новости
8 Января 2020, 15:53
Тайып йығылдыңмы? Мейең һелкенмәнеме?
Уйламағанда тайып йығылыу, баш менән ҡаты нәмәгә бәрелеүҙең мейе һелкенеүенә, баш һөйәге йәки мейенең йәрәхәтләнеүенә килтереүе бар.
Йомшаҡ туҡыманың (тамырҙар, нервы, мейе ҡабығы), баш һөйәгенең имгәнеүе мейе һелкенеү тип атала. Аҙ ғына ваҡытҡа аңды юғалтыу һәм күңел болғаныуы - мейе һелкенеүенең төп билдәләре.
Ҡолаған кешегә кинәт кенә торорға ярамай. Мейе һелкенгәндә ныҡ итеп баш ауырта, уҡшыта, ҡолаҡ тона, тура ғына баҫып атлап та булмай. Был осраҡта һәр кем үҙенсә дауалана, мотлаҡ табиптарға күренеү ҙә кәрәк. Ә инде табиптарға күренеү, төрлө дарыуҙар ҡабул итеү файҙаға булмаһа, халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итеү күп осраҡта ярҙам итә.
Сибай ҡалаһында йәшәүсе Дилара Рафиҡова бәреү-һуғыуҙан, түшәктән ҡапыл тороуҙан, киҫкен бороуҙан йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында башы ауыртҡан кешеләргә “мейе төшөрәү” имләүен ҡуллана. Ул былай эшләнә: мөрәжәғәт итеүсенең маңлайы уртаһынан алып соңға уртаһына тиклем (ҡолаҡтан өҫтәрәк) һул һәм уң яҡтан еп үткәреп, ике яҡ араһының оҙонлоғо үлсәнә. Ҡайһы яҡта, уң яҡтамы, һул яҡтамы, ептең оҙонораҡ булыуына ҡарап, дауалаусы мейенең ҡайһы яҡҡа “төшөүен” билдәләй. Мейе төшөрөү имләүе тыныс, кеше булмаған бүлмәлә үткәрелә. Сирленең башына яулыҡ бәйләп, салҡан ятҡыралар. Шунан һуң имләүсе өс тапҡыр яулыҡ остарын киҫкен рәүештә тартырға тейеш. Ошолай эшләү баш мейеһен урынына ултырта. Бындай имләүҙән һуң кеше кәм тигәндә бер сәғәт тирәһе салҡан килеш тып-тын ятырға тейеш.
Әлбиттә, төрлө ырымдарға, им-томдарға һәр кем ышанып килергә тейеш. Шунһыҙ бер нәмә лә ярҙам итмәүе бер. Шулай ҙа һәр кемгә һаҡланырға кәрәк. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән бит.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усмановаhttps://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/Tayip-yi-ildi-mi-Meye--elkenm-neme-66250/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"