Новости
8 Ғинуар 2020, 12:24

Сабыйҙарҙы һаҡлайыҡ...

Былтыр Башҡортостанда ҡайһы бер ҡала һәм райондарҙа бер йәшкә тиклемге сабыйҙарҙың үлем күрһәткесе артты. Был “алдынғы” урынды Өфө биләне: ғинуарҙан алып декабргә тиклем баш ҡалала бер йәшкә тиклемге 53 сабый донъянан киткән.

Шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла бындай осраҡтар күп теркәлгән – ошо осорҙа 18 бала үлгән. Артабанғы урындарҙа – Сибай (6 осраҡ), Нефтекама (4), Салауат (3). Шул уҡ арауыҡта Межгорьела һәм Ағиҙелдә бер үлем осрағы ла теркәлмәгән.
Райондар араһында Әбйәлил, Ишембай, Күгәрсен, Ҡалтасы, Мәләүез, Кушнаренко һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында сабый балалар үлеүе билдәле. Ҡариҙел һәм Көйөргәҙе райондарында ундай осраҡтар булмаған.
Фото: silaevainnavlad.
Автор: Рәшит Кәлимуллин.https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Sabiy-ar-i-a-layi-66081/
Читайте нас