Новости
8 Ғинуар 2020, 12:33

Ризат быҙау ҡараһа, Зинира һыйыр һауа

Йырсы Зинира менән Ризат Рамаҙановтар "йондоҙланмаҫ" өсөн нимә эшләүҙәре хаҡында һөйләгән.

«Әҙәм менән Һауа» тапшырыуында Ризат Рамаҙанов әсәһе урынында фермала быҙау ҡарауын белдергән. Ҡатыны Зинира иһә һыйыр һауыуы тураһында һөйләгән.
«Йәй әсәйҙе ял иттереп алам - ике-өс көнгә фермаға эшкә барам, - тигән ул. - Әсәй өйҙә булмағанда, иртәнге сәғәт биштә тороп һыйыр һауырға, көтөү ҡыуырға, быҙауҙарҙы арҡанларға, себештәргә, ҡаҙҙарға ашарға бирергә кәрәк. Сәй эсәһең дә китәһең фермаға. Унда иң тәүҙә махсус эш кейеп алаһың. Быҙауҙарҙың аҫтын таҙартаһың, сенаж, он һалаһың. Төш ҡайтып ашайһың, бешерәһең, йорт хайуандарын ҡарайһың, аҙаҡ тағы фермаға китәһең, ҡайтып, йәнә ашарыңа бешерәһең. Кис баҡсала эшләйһең, көтөүҙән малдарҙы ҡаршы алаһың... Барыһын да башҡарып бөткәс, Хоҙайҙан, сәхнәнән айыра күрмә, тип һорайым. «Солянка» концерттарында сәхнә артына ҡайһы бер йырсылар «тамашасы һалҡын ҡабул итте» тип инә. Шуны әйтәм: шөкөр итергә кәрәк. Бына фермала эшләһәң, тормошҡа икенсе төрлө ҡарай башлайһың. Шулай үҙебеҙҙе "ергә төшөрөп" торабыҙ».
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Самат Ғәлинhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Rizat-bi-au-ara-a-Zinira-iyir-aua-65784/
Читайте нас