Новости
8 Ғинуар 2020, 12:22

Кефирҙан баллы бәлеш

Бәлеште әҙерләү өсөн 100 грамм грек сәтләүеге, 110 грамм бал, ярты стакан кефир, ике йомортҡа, 130 грамм шәкәр, 170 грамм он, бер сәй ҡалағы сода, үҫемлек майы кәрәк.

Тәүҙә йомортҡа, бал, шәкәр ҡушып туғырға. Сода өҫтәргә. Шунан кефир һалып болғарға. Артабан грек сәтләүеген ваҡлап ҡушырға ла, он өҫтәп ҡамыр баҫырға.
Формаға пергамент ҡағыҙы йәйеп майлағас, ҡамырҙы һалып 180 градуста 30-35 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Әҙер бәлеште мейестән алып һыуытҡас өҫтәлгә ҡуйырға мөмкин. Ашығыҙ тәмле булһын!
Автор: Рисаля Юмагулова.https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/Kefir-an-balli-b-lesh-64690/
Читайте нас