Новости
8 Ғинуар 2020, 07:26

Ишбирҙеләр "Йәшлек"тәрҙе һөйөндөрҙө!

Кисә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһының "Бәйләнештә" селтәрендәге "Читающий Баймак" төркөмөндә көтөлмәгән яңылыҡҡа юлығып ҡыуандыҡ. Баҡтиһәң, 6 ғинуарҙа Ишбирҙе ауылында "Йәшлек" гәзитенә арналған "Мөғжизәләр яланы" уйыны үткән!

Бының турала ауыл китапханасыһы Гөлфиә ТЕЛӘҮСИНА хәбәр иткән:
- Яңы йыл каникулдарында Ишбирҙе ауылы йәштәре менән "Мөғжизәләр яланы" уйыны үткәрҙек. Уны беҙ республика йәштәр гәзите "Йәшлек"кә арнаныҡ.
Уйын алдынан гәзиткә байҡау яһалды. Һайлап алыу турында йәштәр гәзите ҡасандан сыға, "Йәшлек" исеме ҡасан бирелгән, тәүге мөхәррире кем, ниндәй рубрикалары бар, тиражы күпме, девизы ниндәй тигән һорауҙарға яуап эҙләне. Уларға һәр саҡ йөрәктәре йәш, ауыл ҡоролтайы етәксеһе Сәлим Мөхтәр улы Иҫәндәүләтов менән Ишбирҙе мәктәбендә 30 йылдан ашыу сит ил теленән белем биреүсе Нәйлә Наил ҡыҙы Юнысова ярҙам итте, уйында ҡатнашты.
Финалға Гөлфинә Юнысова, Айһылыу Әбдрәшитова, Рөстәм Дәүләткилдин сыҡты, Гөлфинә еңеүсе булды!
Уйын йәштәргә оҡшаны. Уларға "Афарин!" тибеҙ!
"Йәшлек" гәзите иһә шул тиклем бай йөкмәткеле, фәһемле, уҡымлы. Яңылыҡтарҙы интернеттан уҡығансы газетаны ҡулға тотоп уҡыуҙарға ни етә!
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Йәшлек гәзите.
Читайте нас