Новости
8 Ғинуар 2020, 06:10

Ирәкташҡа барһаң, һаҡ бул!

6 ғинуарҙа Белорет районындағы Инйәр Ирәкташы эргәһендә өс ир юғалған. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, кешеләрҙең юғалыуы тураһындағы хәбәр 112 телефон һанына– Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә – килгән.

36 йәшлек ир урманға киткән дә кире ҡайтмаған. Уның дуҫтары – 38 һәм 27 йәшлек ирҙәр – дуҫын эҙләргә сығып, шулай уҡ аҙашҡан.
Ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре юғалған кешеләрҙе эҙләүгә тотонған. Ҡараңғы булһа ла, улар өс ирҙе тапҡан. Ҡыш ваҡытында урман-ҡырға сыҡҡанда һаҡ булырға кәрәк. Юғиһә аҙашыу йәки хатта туңыу осрағы янай.
Фото: aziko.ru.
Автор: Айһылыу Низамова
  • Читайте нас