Новости
8 Ғинуар 2020, 12:44

Хайуандарға ла “Ашығыс ярҙам” килә

Быға тиклем хайуан-йәнлектәргә ярҙам күрһәтеү белгестәрен алдан яҙылыу буйынса һәм көндөҙ генә саҡыртып була ине.

1 ғинуарҙан ветеринарҙы өйгә тәүлек әйләнәһенә лә саҡыртырға мөмкин, тик был хеҙмәт түләүле. Кеҫәнән 500-ҙән бер мең һумға тиклем аҡса сығарырға кәрәк буласаҡ. Айырым автомобилдә, стерилләнгән бокстарға ла сирле хайуандарҙы урынлаштырыу мөмкинлеге бар.
Ә бына айырыуса хәүефле ауырыуҙарҙан прививканы бушлай эшләйҙәр. Өфө ҡала ветеринария станцияһы етәксеһе урынбаҫары Әлиә Ғайсина әйтеүенсә, “Ашығыс ярҙам” бригадаһы ауырыу хайуандарға тәүлек әйләнәһенә ярҙам итергә әҙер. Бының өсөн 8(347)216-55-33 телефон һандарын йыйырға кәрәк.
Фото: newsbash.ru
Автор: Айһылыу Низамоваhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Hayuandar-a-la-Ashi-is-yar-am-kil-65593/
Читайте нас