Был хаҡта баш ҡала хакимиәтенең былтырғы йыл аҙағында уҙғарылған оператив кәңәшмәһендә ҡаланың дәүләт статистикаһы бүлеге начальнигы Оксана Даянова белдерҙе.
— 2018 йылда миллиондан ашыу кеше йәшәгән алты ҡалала ғына халыҡтың тәбиғи артымы һаҡланған, шул иҫәптән Өфөлә — плюс 1527 кеше, — тип билдәләне ул. — Һуңғы йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында халыҡтың үлеме 1000 кешегә 10,6 кимәлендә булған. Был – өсөнсө күрһәткес, ул дөйөм республика (12,4) һәм Рәсәй кимәленән (12,5) аҙыраҡ.
Шулай уҡ статистар Өфөләге былтырғы уртаса хеҙмәт хаҡы тураһында хәбәр итте — 46,5 мең һум. 2018 йыл менән сағыштырғанда, ул 9,9 процентҡа артҡан. Миллионлы ҡалалар араһында был күрһәткес Красноярскиҙа (50,4 мең һум) һәм Екатеринбургта (49,7 мең) ғына күберәк.
Бөгөн Өфөлә 1000 кешегә 270 пенсионер тура килә. Был Рәсәйҙә уртаса күрһәткестән түбәнерәк (299), һәм миллионлы ҡалалар араһында өсөнсө күрһәткес.
Фото:
belnovosti.by