Новости
8 Ғинуар 2020, 12:40

Хәрәкәттә – бәрәкәт!

Хәҙерге заманда йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре арҡаһында әллә күпме кешенең ғүмере өҙөлә. Әммә улар араһында иң ҡурҡынысы — миокард инфаркты, йәғни ябай итеп әйткәндә, йөрәк мускулдарының үлеүе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был сир ир-егетте лә, ҡатын-ҡыҙҙы ла аямай. Түбәндә ошо аяуһыҙ сирҙе булдырмау өсөн бер нисә кәңәш бирмәксебеҙ.

Саф һауала йөрөү файҙалы

Сәләмәтлек өсөн саф һауала былай ғына йөрөү ҙә — бик файҙалы шөғөл. Урамда йәки паркта 40-45 минут самаһы атлау организмды нығытыуға булышлыҡ итә, балаларға 30-35 минут йөрөү ҙә етә. Ошо ваҡыт эсендә ҡан ҙур һәм бәләкәй әйләнеш буйынса тулыһынса үтеп сыға һәм кислород менән байый. Шуға ҡыштың матур көндәрендә йәйәү йөрөргә онотмағыҙ.

Сынығабыҙ

Табиптар сынығыуҙы һау-сәләмәт саҡта башларға кәңәш итә. Әҙерлекһеҙ һәм табип менән кәңәшләш­мәйенсә, мәкегә сумыу йәки һалҡын һыу менән ҡойоноу бик хәүефле. Шуға күрә тәүҙә һалҡынса һыу менән йыуынығыҙ, яйлап температураны кәметә барығыҙ, артабан тән өлөштәрен, мәҫәлән, аяҡтарҙы һалҡын һыуға өйрәтегеҙ һәм тулыһынса ҡойоноуға күсегеҙ. Был эште көн дә башҡарығыҙ.

Сынығыу беҙгә нимә өсөн кәрәк һуң? Ул иммунитетты нығыта, организмға тирә-яҡ мөхиттең кире йоғонтоһона бирешеп бармаҫҡа булышлыҡ итә, рухты нығыта һәм күңел күтәренкелеген һаҡлай. Һөҙөмтәлә, әлбиттә, сәләмәтлек тә нығынасаҡ.

Уйланырға сәбәп бар

* Артыҡ кәүҙә ауырлығынан ҡотолоғоҙ. Һәр артыҡ килограмм — йөрәккә өҫтәмә көсөргәнеш. Кәүҙә ауырлығы индексы тип аталған төшөнсә бар: сантиметрҙа иҫәпләнгән буй оҙонлоғонан тән ауырлығы күрһәткесен алып ташлағыҙ. Һөҙөмтә 90-100 булырға тейеш. Әгәр ошо талапҡа яуап бирмәйһегеҙ икән, уйланырға, табипҡа күренергә сәбәп бар.

* Ашауҙы сикләгеҙ. Туҡланыуҙа аҡһымдар, майҙар һәм углеводтар нисбәтен дөрөҫ һаҡлау организмдың дөйөм торошона туранан-тура тәьҫир итә. Шуға табип-диетолог менән кәңәшләшеү ҙә бушҡа булмаҫ. Йөрәк эшмәкәрлеген нығытҡан йөҙөм, күрәгә, ҡара емеш менән күберәк туҡланығыҙ. Улар ҙа йөрәккә ыңғай йоғонто яһай, сөнки калий күп.

* Аҙ хәрәкәтләнеүҙең организмдың эшмәкәрлеген тотҡарлауы, май ҡатламын арттырыуы хаҡында онотмағыҙ. Көнөнә мотлаҡ 30-40 минут самаһы йәйәү йөрөгөҙ. Әгәр тышта һыуыҡ икән, магазиндар буйлап йөрөү, тренажерҙа шөғөлләнеү, йүгереү, йөҙөү, саңғыла йәки конькиҙа шыуыу ҙа яҡшы ял буласаҡ.

* Ҡан баҫымы, шәкәр һәм холестерин кимәле күрһәткестәрен даими күҙәтеү аҫтында тоторға кәрәк. Әгәр улар үҙгәреп тора икән, нормаға килтереү мотлаҡ. Бының өсөн табипҡа даими күренеп тороғоҙ.

Инфаркт мәлендә нисек ярҙам итергә?

Инфаркттың тәүге билдәләре — күкрәкте ҡапыл ялмап алған көслө ауыртыу, һауа етмәү, хәлһеҙләнеү, тирләү. Әгәр үҙегеҙҙә йәки яҡын кешегеҙҙә ошо билдәләрҙе тойһағыҙ:
* кисекмәҫтән “Ашығыс ярҙам” саҡыртығыҙ;

* тәҙрәне асығыҙ;

* ауырыуҙың тар, ҡыҫып торған кейемдәрен сисеп, бейек арҡалы ҡәнәфигә ултыртығыҙ;

* уға 0,25 г аспирин һәм 0,5 г нитроглицерин (тел аҫтына һалына) бирегеҙ. Әгәр ҡан баҫымы төшһә, ныҡ итеп башы ауыртһа йәки әйләнһә, телмәре, хәрәкәт эшмәкәрлеге боҙолһа — нитроглицерин бирергә ярамай;

* тәрән итеп тын алығыҙ, йүткерегеҙ. Күкрәк тирәһен ныҡ итеп ыуығыҙ, был йөрәккә ҡан ағымын яҡшыртасаҡ.

Фото: zariboy.ru
Автор: Айһылыу НИЗАМОВАhttps://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/kh-r-k-tt-b-r-k-t/
Читайте нас