Новости
8 Ғинуар 2020, 10:40

Элвин Грей, ниһайәт, ғашиҡ булған

.... шикелле.

Популяр йырсы һуңғы ваҡытта бер ҡыҙ менән төшкән фотоларын йыш һала. Йә улар буранлы көндә етәкләшеп йөрөп, йә бассейн янында тора, йә машинала китеп бара һ.б. Ә постар аҫтына Радик һөйөү тураһында хисле текстар яҙа.
Инстаграмда ул фанаттарын хатта Яңы йыл менән әлеге туташ менән бергә ҡотланы. Тик ҡыҙҙың кем булыуы хаҡында ләм-мим.
Баҡһаң, был серле ҡыҙ Инзилә Фәтхетдинова (аккаунты _izi_izi) Шуныһы ҡыҙыҡ, былтыр Радик Юлъяҡшин бер интервьюһында былай тигәйне:
- Прически Элвина Грея - отдельная тема для обсуждений. Кто их тебе придумывает?
- У нас появилась девочка по имени Изи, из Уфы, кстати, которая приезжает на большие концерты. Образ обговаривается заранее, все ребята предлагают варианты: дреды или крашеные волосы, виды укладок. Чтобы сделать себе другую прическу, нужно очень коротко постричься и отрастить волосы заново. Поэтому, думаю, понадобится отпуск. ("Комсомальская правда", 17.05.19)
Тимәк, был туташ артистың парикмахеры булып сыға? Әйткәндәй, 2018 йылда Инзилә Ижевскиҙа үткән “Татар ҡыҙы” бәйгеһендә номинант булған.
Сираттағы пиармы был әллә ысын мөхәббәтме? Тиҙҙән барыһы ла асыҡланыр, сабыр итәйек.
Фото: Инстаграм.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
Йәшлек гәзите.
Читайте нас