Бөгөн сираттағы йәш әсәнең ғәйеп булған. Өфөлә 33 йәшлек Элина Макарованы эҙләйҙәр. Уның яҡындары белдереүенсә, ҡатын 5 ғинуар төш ваҡытында Глумилинская урамындағы өйөнән сыҡҡан һәм шунан бирле уны бер кем дә күрмәгән.
Элинаны өйөндә ире Айҙар, өс һәм йәш ярымлыҡ ике балаһы көтә. Шуныһы: Элина һаңғырау һәм һөйләшә белмәй. Уның ире шулай уҡ һаңғырау һәм һөйләшмәй.
Элина юғалған көнөндә фотолағы кеүек кейенгән булған. Әгәр уны берәй ҡайҙа күреп ҡалһағыҙ, 112 телефонына хәбәр итеүегеҙ һорала.Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Elina-a-irau--m--yl-sh-belm-y-66235/