Иглин районының Иван-Казанка ауылы янында урындағы фермер Фәнис Хәлилов солоҡсолоҡ менән шөғөлләнә. Ул ҡуртымға алған ерҙә Бал ауылы төҙөү идеяһы менән яна икән. Ауыл аутентик стилдә башҡарылырға, ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу өсөн тиҫтәләгән йорто, туҡланыу зонаһы, һунарсы, умартасы, ҡымыҙсы, балыҡсы йорттары, һөнәрселек оҫтаханалары булған башҡорт ауылын сағылдырырға тейеш. Бал ауылын төҙөүҙең яҡынса хаҡы 227 миллион һум тәшкил итә. Шулай уҡ Республика бал музейын асыу, ауылда 1,5 саҡрымлыҡ асфальт юл һалыу, газ үткәреү күҙаллана. Фермер хужалығы етәксеһе проектҡа 15 миллион һум индергән һәм тағы ла үҙенең 10 миллион һум аҡсаһын һалырға ниәтләй.
Ауылда шулай уҡ 300 солоҡсолоҡ умарталығы, 40 баш йылҡыға иҫәпләнгән ферма, ҡымыҙ фермаһы, “Ылаҡ” уйыны өсөн манеж, шулай уҡ йәйәүле һәм атлы уҡсылар өсөн манеждар төҙөләсәк тип күҙаллана.
Был яҡшы идеяны бизнес даирәһендә ҡайнаған кешеләр элеп тә алды. Мәҫәлән, эшҡыуар Артур Иҙелбаев, Өфөнөң яҡын булыуын иҫәпкә алып, бында туристар йөрөтә башлауҙарын һәм урындың популярлыҡ яулауын әйтте.
Проект 2021 йылда үтергә тейешле Бөтә донъя “Апимондия” умартасылар конгресына әҙерлек буйынса республика ойоштороу комитетында ла хуплау тапты. “Башҡорт солоҡсолоғо” проекты ҡунаҡтар өсөн техник тур булараҡ ҡарала (уны өс көндә һигеҙ меңләгән кеше ҡарар тип көтөлә).
Ойоштороу комитеты рәйесе, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов тәҡдиме менән республика һәм федераль грант конкурстарында ҡатнашыу өсөн проекттың бизнес-планы әҙерләнә.
Буласаҡ Бал ауылын ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та барып ҡараны. Ул был идеянан ҡәнәғәт ҡалыуын һәм уны хуплауын белдерҙе.
“Беҙ республика өсөн традицион умартасылыҡ тармағын да, туризм өлкәһен дә үҫтерәсәк Бал ауылы проектына ярҙам күрһәтербеҙ. Миңә бында барыһы ла оҡшаны”, —тип белдерҙе Радий Хәбиров.