Новости
8 Января 2020, 12:34

Ауылдаштары икәненә ышанып та бөтмәй

Республиканың Тәтешле районында ҡот осҡос енәйәт теркәлгән. Оло йәштәге ҡатын ауылдаштарының бындай яуызлыҡ ҡылғанына ышанып та бөтмәй.

Ә бындай хәлдәрҙең башында әлеге лә баяғы эскелек тора. Шүлгән ауылында йәшәгән яңғыҙ ҡатындың ишеген емереп, төн уртаһында өс кеше килеп инә. Хужабикә йоҡо аралаш ни булғанын аңламай ҙа ҡала. Лыяҡыл иҫерек өс кеше ҡатынды туҡмап, аҡса таптыра башлай. Хужабикә, йәберләүҙәргә түҙмәй, аҡсаһын сығарып бирергә мәжбүр була. Аңына килеү менән ул полицияға мөрәжәғәт итә.
Енәйәтселәрҙең кемлеге тиҙ асыҡлана: улар ауылдаштары булып сыға. Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, пенсионерҙы 29 йәшлек ҡатын һәм 33, 29 йәшлек ирле-ҡатынлы туҡмаған. Үҙҙәренең балалары ла бар. Әле уларға енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: muslo.ru
Автор: Рәмилә Мусина.https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Auildashtari-ik-nen-ishanip-ta-b-tm-y-65732/
  • Читайте нас