Новости
8 Ғинуар 2020, 12:56

5 йәшлеге лә, 65-тәге лә саңғыла!

Бөгөн Ейәнсура районының Үрге Муйнаҡ ауылында ярыш үтте.

Унда 30-ҙан ашыу саңғысы ҡатнашты. Иң йәш ҡатнашыусы Йәмилә Мусинаға 5 йәш булһа, иң өлкәне- Зөфәр Рәйемғужинға 65 йәш тулған. Мусиндар, Ҡотошовтар бөтә ғаиләһе менән ярышҡа килеп, үҙ категориялары буйынса призлы урындар алды. Ярышта ҡатнашыусыларға, көйәрмәндәргә бәйге барышында йылынып алыу өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре сәй өҫтәле әҙерләне. Ауыл биләмәһе башлығы Даян Фәрит улы Атнағолов йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәһе, мәктәптең физкультура уҡытыусылары берлектә ойошторған был сараны ауыл халҡы күтәреп алыуы шатландыра.
Әйткәндәй, был ярышта бер ауыл биләмәһендә урындашҡан өс - Түбәнге, Урта һәм Үрге Муйнаҡ ауылы халҡы ҡатнашты.
Яңылыҡ авторы: Гөлнур Ҡыуатова
Йәшлек гәзите.
Читайте нас