Өфөлә киске сәғәт ете тирәһендә "Chevrolet Captiva" СССР-ҙың 50 йыллығы урамында (Р. Зорге урамы яғынан Октябрь проспекты яғына табан юлланғанда) йәш егетте төрттөрә.
Бәрелеүҙән егет ҡаршы һыҙатҡа барып йығыла һәм уны "Volkswagen Polo" тапай.
1997 йылғы егет шунда уҡ йән бирә.
Ул юлды ярамаған ерҙән үтеп барған, етмәһә наушниктарҙа булған.
Был фажиғә буйынса тикшереү бара.
Тәүлек эсендә эскән килеш машина йөрөткән 42 водитель тотолған.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова