Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
7 Ғинуар 2020, 11:28
"Яңы йыл каникулы" салаты
Был салаттың исеме есеменә тап килеп тора. Уның өсөн беҙгә 200 грамм консерваланған ананас, 150 грамм аҡ көләпә (шампиньон) бәшмәге, 100 грамм сыр, бер ыҫланған тауыҡ бото, өс йомортҡа, бер баш һуған, ике аш ҡалағы үҫемлек майы, ике аш ҡалағы майонез, тоҙ кәрәк буласаҡ.
Башта бәшмәк менән һуғанды турап, үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ, самалап тоҙ өҫтәйбеҙ. Бер аҙ һыуынғас, тауыҡ итен, бешереп һыуытылған йомортҡаларҙы турайбыҙ. Ананас менән ҡырылған сыр ҡушабыҙ. Майонез өҫтәп, бөтә ингриедиенттарҙы бергә болғатабыҙ.
Матур һауытҡа һалып ананас, гранат менән биҙәп өҫтәлгә ҡуябыҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Olimpia61.ru
Автор: Рисаля Юмагулова.https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/Ya-i-yil-kanikuli-salati-64757/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"