Новости
7 Ғинуар 2020, 06:21

Тиҙ байырға уйлаған да ул...

Хәҙер әйҙә штраф түләһен!

Спиртлы эсемлектәрҙе һатыу буйынса закон көсәйтелеүгә ҡарамаҫтан, уны һанға һуҡмаусылар табылып тора. Байрамда еңел генә аҡса эшләргә теләүселәр күп шул. Бөгөн дә Туймазы районында үткән рейдта полиция хеҙмәткәрҙәре бер "эшҡыуар" ханымды эләктергән. Ул үҙ өйөндә суррогат араҡы һатыуҙы яйға һалған булған. 60 литр эсемлек конфискацияланған.
Закон боҙоусыға ҡарата протокол төҙөлгән: 50 мең һум шраф түләйәсәк.
Яңылыҡ авторы: Гөлнур Ҡыуатова
Йәшлек гәзите
Читайте нас