Йылайыр районының Сосновка ауылынан шәхси эшҡыуар Радик Әмиров бөгөн район халҡын ғына түгел, хатта күрше райондарҙы ла, Ырымбур өлкәһен дә сифатлы, экологик яҡтан таҙа сыр менән тәьмин итә. Ҡатыны Оксана Валерьевна менән улар шәхси хужалығында 25 баш заанен тоҡомло кәзә үрсетә. Бынан тыш, һыйыр малы ла аҫрайҙар.
Эшҡыуарҙарҙың Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһынан Йылайыр районына күсеп килеп йәшәй башлауына күп ваҡыт үтмәгән. Быға тиклем Әмировтар оҙаҡ йылдар кейем-һалым менән сауҙа итә, Йылайыр районында ла уларға баҙарҙа тороп һатыу “бәхете” тейә. Ҡала тормошонан ялҡып, ауылды һайлау мәсьәләһе килеп тыуғас, улар бер ниндәй икеләнеүһеҙ күптән инде тыуған төйәктәренә әүерелгән Йылайыр районын һайлайҙар. Район үҙәгенә яҡын ғына урынлашҡан, әммә яйлап һүнә башлаған Сосновка ауылында буш торған йортто һатып алалар. Матур итеп ремонт үткәреп, кәртә-ҡураны яңыртып, сыр етештереү өсөн айырым бәләкәй генә йорт төҙөп, унда цех булдыралар. Тоҡомло кәзә малдарын аҫрау һәм тотоу өсөн иркен ялан кәртәһе булған ҡура ла төҙөйҙәр.
– Әлбиттә, туғандар ҙа, дуҫ-иштәр ҙә ауылға күсенеүебеҙгә тәүҙә аптырап ҡуйҙы. Беҙҙең киләсәктә ниндәй эш менән шөғөлләнеүебеҙҙе белеп, “Һеҙҙең ҡулығыҙҙан килерлек эш, икегеҙ ҙә дәртлеһегеҙ, тырышһығыҙ”, тип ҡеүәтләп тә ебәргәстәре, ҙур ихласлыҡ менән ауылға күстек, – ти Оксана Валерьевна.
Бөгөн Әмировтар Йылайыр сырының абруйын үҫтереү, уның данын артабан сит тарафтарға танытыу йәһәтенән ентекле эш алып бара.
Сыр яһау өсөн кәрәкле ҡорамалдар ҙа һатып алғандар, белгестәрҙе йәлеп итеп, кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, сифатлы һөт ризығы етештереүҙе юлға һалғандар. Бөгөн улар ике төр кәзә, һигеҙ төр һыйыр һөтөнән сыр етештерә. Бынан тыш йогурт, һөт, эремсек, май һәм һөт өҫтө лә етештереп, халыҡты ҡыуандыралар. Продукцияны район үҙәге баҙарында һаталар. Тағы ла Ырымбур өлкәһенең Ново-Троицк, Орск, Гай ҡалаларының сауҙа нөктәләренә тапшыралар.
– Сауҙа өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләп, тәжрибә туплағандан һуң, үҙ эшебеҙҙе асыуы еңел булды, әммә ҡулланыусыларҙың ихтыяжын да иҫәпкә алырға кәрәк бит. Тәмһеҙ, сифатһыҙ продукция етештереп, алға китеп булмай, – ти Радик Әмиров. – Ниәтемде районда ла ҡеүәтләнеләр. Беҙҙең принцип – тулыһынса тәбиғи продукт етештереү, кире осраҡта был эш менән бөтөнләй булышмаҫҡа. Шуға юғары сифатлы тәбиғи сеймал ғына файҙаланабыҙ.
Әйтергә кәрәк, сыр яһау – бик сетерекле эш. Таҙалыҡ, иғтибар, оҫта ҡулдар талап ителә бында. Һөткә лә талаптар юғары. Ул ҡуйылығы, аҡһым кимәле буйынса тулыһынса тап килергә, яңы ғына һауылған булырға тейеш. Бәләкәй генә етешһеҙлек тә сырҙың сифатында сағылыуы мөмкин. Ә быны эшҡыуарҙар яҡшы аңлай, шуға ла уларҙың етештергән продукцияһы халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙалана ла инде.
Киләсәккә Әмировтарҙың уй-хыялдары күп: сыр етештереүҙе киңәйтеп, сифатын юғалтмайынса үҙҡиммәтен төшөрөү маҡсаты менән йәшәй. Әлбиттә, киләсәктә лә Йылайыр халҡы ғына түгел, башҡа район, күрше өлкәләр ҙә тәмле, юғары сифатлы һөт ризыҡтарын ашап ҡыуаныр, тип өмөтләнәйек.
Йылайыр районы.