Новости
7 Января 2020, 10:48

Рәсәйҙә ниңә кәләштәр "ҡартая"?

“Росстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә ҡыҙҙар хәҙер 25-34 йәштәр тирәһендә генә кейәүгә сыға, элегерәк иһә был күрһәткес 18-24 йәш тирәһе ине.

Егеттәрҙең өйләнеү осоро үҙгәрмәне – 25-34 йәш.
РЕН ТВ телеканалына биргән интервьюһында ғаилә психологы Светлана Бояринова бының сәбәптәрен атаны: күпселек бала табырға һәм аҫырарға әҙер булмау, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙең ҡыйынлығы һәм яҡшы килемле эш урыны юҡлығы арҡаһында ғаилә ҡорорға ашыҡмай. Бик күптәр бөгөн гражданлыҡ никахы менән йәшәүҙе ҡулайлыраҡ күрә. Был иһә рәсми статистикала сағылдырыла алмай. Әйткәндәй, гражданлыҡ никахының бер ҡыҙыҡ яғы бар: ошндай "никах"тағы ирҙәр үҙен өйләнмәгән, ә ҡатын-ҡыҙ иһә кейәүҙәмен тип иҫәпләй. Һөҙөмтәлә, һорау алыу үткәреүҙәр күрһәтеүенсә, беҙҙең илдә ирле ҡатындар ҡатынлы ирҙәргә ҡарағанда күберәк (!) – Гражданлыҡ никахы менән йәшәгәндәр бала табырға ла ашыҡмай, был демографияға кире йоғонто яһай, – ти психолог.
Ҙур ҡалаларҙа йәшәгәндәр тормоштоң матди яғына ауыл йәки ҡасаба кешеләренә ҡарағанда ҙурыраҡ әһәмиәт бирә, шуға улар, ныҡлап “аяҡҡа баҫмай тороп” ғаилә ҡормай, тимәк, никахҡа инеү ваҡыты ла кисектерелә килә.
Фото: gazeta.ru.
Автор: Рәшит Кәлимуллин.https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/R-s-y--ni--k-l-sht-r--artaya-64714/
Читайте нас