Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Облачно
Новости
7 Января 2020, 10:44
Әлиә ҡыҙын ҡотҡарыуҙа ярҙам һорай!
Үлемесле сиргә дусар булған дүрт йәшлек Агатаның әсәһе, ахыр сиктә ярҙам һорап, республика власы һәм ҡеүәтле ойошмалар етәкселәренә үтенес менән мөрәжәғәт итте.
Ғүмере башланырға ла өлгөрмәгән сабый бик һирәк осраған сир – метахроматик лейкодистрофияға юлыҡҡан. Рәсәйҙә ҡыҙға кимек матдәһен күсереп ултыртыуҙан баш тартҡандар. Ә бына Израилдә ярҙам итергә әҙерҙәр, тик ғүмер хаҡы бик ҡиммәт, ябай ғаилә өсөн 16 миллион һум - күтәргеһеҙ ҙур сумма. Әсә күҙ алдында һүнә барған ҡыҙын юғалтыуҙан ҡурҡа, ҡул ҡаушырып ултырырға хаҡы юҡ уның. Һуңғы һаламға булһа ла тотоноп ҡалмаҡсы Әлиә.
- Беҙ миллионер түгел, ябай хеҙмәт кешеләре, кимек матдәһен күсереп ултыртыу өсөн ундай аҡсабыҙ юҡ, - ти Әлиә Ғәлиуллина. - Шуға күрә республика етәксеһе Радий Хәбировҡа, Өфө ҡалаһы мэры Өлфәт Мостафинға ҡыҙыбыҙҙың ғүмерен ҡотҡарыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Беҙҙә эре компаниялар, хәйриә ойошмалары күп, үтенесебеҙҙе ишетһәләр ине...
Әлиә Ғәйнуллина UFA1.ru порталы хәбәрсеһенә түҙерлек әмәле ҡалмағанын, хәйриә фондтарының әлегә ҡыҙҙарын дауалауға аҡса йыя башлауға әҙер түгеллеген белдергән.
Агатаның ике йәшлек ҡустыһына ла шундай уҡ диагноз ҡуйылған. “Алеша“ фонды уны дауалау өсөн аҡса туплай.
Бына шундай оло ҡайғы ғаиләлә. Кимек матдәһен күсереү буйынса операция яһалмаһа, был бәләкәй йән эйәләренә йәшәргә бик аҙ ваҡыт ҡала...
Тимур Шәрипҡолов фотоһы.
Автор: Дина Арсланова.https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/li--i-in-ot-ariu-a-yar-am-oray-65089/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"