Новости
7 Ғинуар 2020, 08:04

Ирәмәлдә турист ҡатын юғалған

Уны Учалы районының Байһаҡал ауылы тирәһендә эҙләйҙәр.Ҡатын туристик төркөмдән артта ҡалған һәм аҙашҡан.

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, Силәбе, Ҡытаутамаҡ эҙләү-ҡотҡарыу төркөмдәре, "Ирәмәл" милли паркы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә төнө буйы эҙләгәндәр.
35 ҡотҡарыусы 12 ҡаргиҙәр, 1 квадроцикл, 4 УАЗ һәм 1 "Нива" машиналарында эҙләүҙе дауам итә.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
Йәшлек гәзите.
Читайте нас