Новости
7 Ғинуар 2020, 13:33

ГТО тапшырырға әҙерһегеҙме?

6-7 ғинуарҙа Борай ауылында алтмыштан ашыу кеше ГТО нормаларын тапшырған. Ҡатнашыусыларҙың йәше 18-ҙән алып 62 йәшкә тиклем.

Спорт менән даими шөғөлләнгән кешегә "Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер" нормативтарын тапшырыуы әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмаған: саңғыла йүгереү, йөҙөү, винтовканан атыу кеүек күнекмәләрҙе һәр кем ауырлыҡһыҙ башҡарған.
ГТО тапшырырға теләге булғандар https://gto.ru/ сайтында теркәлеү үтеп, номер алып, яҡындағы тест үтеү үҙәгенә ғариза яҙырға, табиптан белешмә алырға тейеш. Һәм күрһәтелгән көндө нормативты тапшырырға килергә мөмкин.
Фото: ВК-нан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Йәшлек гәзите.
Читайте нас