Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
7 Ғинуар 2020, 11:25
Дельфиндар ниңә кәрәк, морждар бар сағында...
Мәкелә һыу инергә теләүселәр өсөн Өфөләге Кузнецов затонында яңы урын барлыҡҡа киләсәк. “Өфө морждары” әүҙемселәре әйтеүенсә, Ҡариҙел йылғаһындағы был урын бик уңайлы, тымыҡ, тәрән дә түгел, көслө ағым да юҡ.
Әле “Өфө морждары” хәрәкәтенең әүҙем ҡатнашыусылары иҫкесә яңы йылға, йәғни 13 ғинуарға тиклем, объект хужаһы менән килешеү төҙөү йәһәтенән эш алып бара. Барыһы ла ыңғай килеп сыҡһа, бында йылы кейенеү-сисенеү бүлмәһенә тиклем буласаҡ, тип хәбәр итә улар. Хатта мунса төҙөү тураһында ла уйҙары бар. Былтыр февраль айында Өфөнөң И. Якутов исемендәге паркында ҡышҡы йөҙөү буйынса Рәсәй кубогына беренсе команда ярыштары уҙҙы. Ул саҡта Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәйҙән, Белорусь Республикаһынан һәм Ҡытайҙан һыуыҡтан ҡурҡмаған, сыныҡҡан спортсылар йыйылғайны.
Быйыл да тамаша мауыҡтырғыс буласаҡ, "морждар" менән осрашыуға рәхим итегеҙ, үҙегеҙ ҙә сәләмәт тормош рәүешен һайлағыҙ, ти "Өфө морждары".
Фото:BachNews.ru
Автор: Дина Арсланова.https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Delfindar-ni--k-r-k-morgdar-bar-sa-inda-64763/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"