

“Артур менән бөтәһе лә һәйбәт, шулай ҙа уның частан китеүенең сәбәптәре бар. Бөгөн ул комитет ҡурсалауы аҫтында. Шулай уҡ граждандар полицияһы ла бар. Әле был хәлдең нисек килеп сығыуын асыҡлайбыҙ. Хәрбиҙәр беҙҙең менән бәйләнешкә сыҡты. Тиҙҙән һалдаттың ҡайтыуы ихтимал. Артур хәрби часта хеҙмәттәштәре даими туҡмауы хаҡында әйтте. Беҙ уны бүтән частҡа күсереүҙәрен һораясаҡбыҙ. Һалдатты йәберләгән кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн барыһын да эшләйсәкбеҙ”, - тип белдергән комитет вәкиле.
Артур Хәкимов 2000 йылда Йүрүҙән ҡалаһында тыуған. Ул 3 ғинуарҙа хеҙмәт иткән урынын ташлап киткәйне.
Фото интернет селтәренән алынды.