Новости
7 Ғинуар 2020, 11:30

"Американо - Темәс" тауын барып күрегеҙ!

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының популяр алып барыусыһы Наил Юнысов социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә Баймаҡ районының Темәс ауылындағы тиҙлекле боҙ тауы тураһында һоҡланып яҙған, унда шыуыуҙың ни тиклем дәрт-дарман, яҡшы кәйеф һәм адреналин өҫтәүен билдәләгән.

Был ҡышҡы күңел асыу ҡоролмаһын урындағы уҙаман, оҫта ҡуллы Илдар Һауарбаев тигән кеше йыл һайын төҙөй икән.
Тауҙа ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар ҙа рәхәтләнеп күңел аса. Наил Юнысов иһә бына нимә ти: "Американо - Темясовская горка! Темәс Кулибины тураһында бер - нисә һүҙ. Баймаҡ районы Темәс ауылында Илдар ағай Һауарбаев йыл һайын үҙ баҡсаһында ошондай тау эшләй. Балаларҙан бигерәк, өлкәндәр рәхәтләнеп шыуа был тауҙан. Мин дә оператор күҙлегенән тест - драйв уҙғарҙым. Телефонығыҙҙың тауышын ябып ҡарағыҙ, сусҡа кеүек ҡысҡырта был тау!"
Наилдең яҙмаһына бик күп комментарийҙар яҙғандар,Темәс оҫтаһына һаулыҡ һәм бөтмәҫ ҡомар теләгәндәр. Бына шундай шәп кешеләр бар милләттәштәребеҙ араһында!
Фото һәм видео Наил Юнысовтың шәхси сәхифәһенән.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Amerikano-Tem-s-tauin-barip-k-rege-64669/
Читайте нас