Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
7 Ғинуар 2020, 11:20
“Аҡыллы” счетчиктарҙы мәжбүри ҡуясаҡтармы?
2020 йылдан Рәсәйҙә “аҡыллы” счетчиктар урынлаштырыу мәжбүри. Уларҙы урынлаштырыу электр энергияһы өсөн түләүгә бәйле бәхәстәрҙе кәметергә мөмкинлек бирәсәк, сөнки иҫәп приборы мәғлүмәтте үҙе теркәп ебәрәсәк.
"Аҡыллы" счетчиктарға күсеү әкренләп ойоштороласаҡ - 2023 йыл башына тиклем. Документтағы ҡағиҙәләргә ярашлы, иҫке иҫәп приборҙарын алмаштырырға ваҡыт еткәс йә иһә уларҙың тикшереү интервалы срогы сыҡҡас, “интеллектуаль” счетчиктар урынлаштырасаҡтар. 2020 йылда сафҡа тапшырылған барлыҡ йорттарҙа ла шундай иҫәпләү ҡулайламаһы торасаҡ.
Әгәр ҙә инде 2023 йылдың 1 ғинуарына электр энергияһы менән тәьмин итеүсе ҡулланыусыға был приборҙы урынлаштырмай икән, уға штраф һаласаҡтар. Әммә был яңы счетчик һәм уны эксплуатациялау өсөн тәьминәтсе түләйәсәк тигән һүҙ түгел, киреһенсә, былар ҡулланыусыларҙың елкәһенә ятасаҡ. Законға ярашлы, бындай сығымдарҙы ойошма тариф эсенә индерә ала, йәғни квитанцияларҙа түләү, күпкә булмаһа ла, артасаҡ.
Автор: Самат Ғәлин.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/A-illi-schetchiktar-i-m-gb-ri-uyasa-tarmi-65202/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"