– Йыр-моңға һәләт һеҙгә кемдән күскән?
Илшат. Атайыбыҙ Юлай Зиннәт улы йәш сағында матур бейене, оҫта итеп баянда уйнаны. Әсәйебеҙ Флүрә Нурғәле ҡыҙы иһә йырлай, гармунда уйнай. Ғаиләлә беҙҙең хаҡта, сабый саҡтан уҡ берегеҙ карауатҡа тотоноп йырлай, икенсегеҙ бейей торғайны, тип һөйләйҙәр. Үҙемде иҫләгәндән алып өйҙә гармун булды, уға көсөм етеү менән уйнарға өйрәндем. Алты йәшемдә апаруҡ һыҙҙыра инем. Тора-бара мәктәптең баянына күстем. Ҡурайҙа һәм гитарала ла үҙаллы уйнарға өйрәндем. Мин уйнайым, Илгиз йырлай – бәләкәйҙән ағалы-ҡустылы сәхнәнән төшмәнек.
Бер ваҡыт дәрестән ҡасҡанмын. Әсәй, биология һәм химия уҡытыусыһы, минең ҡайҙа булыуымды һорашҡас, класташтар тәҙрәнән урамға төртөп күрһәтә, ти: “Ана ул!”. Мин, ауыҙым ҡолағыма етеп, урам буйлап гармун тартып барам икән, ә артымдан тотош туй эйәргән! Был хәлде үҙем иҫләмәһәм дә, ул лаҡап булып таралған. Бала сағымда хулиган булдым. Атайыбыҙ – ғәҙел кеше, урман хужалығының участка начальнигы булып эшләне, эш боҙһаҡ, беҙҙе ҡаты тотто. Тәртипкә өйрәткәне өсөн уға рәхмәтлебеҙ. Хәҙер үҙем өс малай атаһы, улдарыма бер-береһен һаҡларға, ҡурсаларға өйрәтергә тырышам.
Ғаиләлә беҙҙән өлкән ағай һәм апайыбыҙ бар, уларҙың да тауышы моңло. Тик беҙҙең кеүек сәнғәткә тартылмайҙар.
Илгиз. Ағайым 9-сы класты тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының баян бүлегенә уҡырға инде. Баш ҡалаға китер алдынан миңә гитарала бер нисә аккордты күрһәтте лә, теләгең булһа, үҙең уйнарға өйрәнерһең, тине. Уның ялға ҡайтыуына тырышып-тырмашып ҡылдарҙы сиртә инем. Ә вокал йәки сәнғәт белемем юҡ.
– Ағайың һиңә бөгөн дә оло терәк – йыр ижад итеүсе, яҙҙыртыусы...
– Эйе, ул мине рухландырып, дәртләндереп тороусы. Ижад яғына килгәндә, уның кеүек мине яҡшы тойған тауыш режиссеры юҡ. Ошо сәбәпле йырсылар һәр тауыш режиссеры менән уртаҡ тел таба алмай. Ә “Дәрт” студияһы эшенән йырсылар ҡәнәғәт. Ағайым тәүге йырҙарымды аранжировкаланы, “Йөрәгем тибә” тигән йырҙы яҙҙы. Әйткәндәй, тиҫтә йыл самаһы йырҙың һүҙен дә, көйөн дә үҙе ижад итә. Уға күберәк лирика, халыҡ көйҙәре яҡын, ә мин электрон музыканы үҙ итәм. Эстраданан тыш, уның тырыш эшҡыуар булыуы менән ғорурланам. Төҙөлөш, дөйөм туҡланыу йүнәлешендә үҙ эшен асҡан маҡсатлы, күп ҡырлы шәхес ул.
Илшат. Бер-беребеҙҙе маҡтаған кеүек килеп сыға инде. Шулай ҙа әйтеп үтмәйенсә булмай: Илгиз, минән йәш булыуына ҡарамаҫтан, аҡыллы, тормошсан кәңәштәре менән таң ҡалдыра. Ҡайһы саҡта таянған дуҫтарың ышанысһыҙ булып сыға, бигерәк тә бизнес өлкәһендә. Ошо мәлдәрҙә ҡустымдың барлығына ҡыуанып бөтә алмайым. Сөнки ул иң беренсе миңә ярҙамға килә, тынысландыра белә. Ғөмүмән, холоҡ буйынса мин ҡыҙыуыраҡ, ә Илгиз тыныс кеше. Ул шәхесте үҫтереү тренингтарына йыш йөрөй, китапты күп уҡый, психология менән ҡыҙыҡһына. Ҡустыма ҡарап, мин дә үҙемде камиллаштырырға ынтылам. Мәҫәлән, кеше алдында һүҙ тотоуы ауыр бирелә ине. Баянда уйнап сығыш яһайым, ә бер нисә һүҙ әйтергә тиһәләр, юғалып ҡала инем. Бер нисә йыл элек, ҡустымдан күреп, ораторлыҡ курсына барҙым, өйрәндем һәм бөгөн сәхнәнән үҙ фекеремде әйтеүҙән тартынмайым.
Атай-әсәйебеҙҙең, улдарыбыҙ татыу, бер-береһенә терәк-таяныс, тип ҡыуаныуын күреү – үҙе бер бәхет.
– Һеҙ икегеҙ ҙә дин юлында...
Илгиз. Ислам менән ҡыҙыҡһына башлағандан алып 12 йыл үткәс, яңы саҡ динде аңланым. Тәүге йылдарҙа, секта кимәлендә фекер йөрөтөү арҡаһында, эстраданан юғалып торҙом. Сөнки, йырлау – хәрәм, шайтан эше, тип аңға һеңдерҙеләр. Ә күңелде алдап булмай, ул көй-моңға тартыла, саҡ ҡына музыка ишетелһә, күҙгә йәштәр килә, йоҙаҡҡа бикләнгән хис-тойғолар тышҡа бәреп сығырға ғына тора. Бөтә булмышым менән яратҡан сәхнәмә тартылам, ләкин ярамай! Оҙаҡ ваҡыт икеләнеүҙәр, янып-көйөүҙәр менән үҙ-үҙемде ғазаплағандан һуң, һорауыма яуап табыу өсөн Мысырға белем алырға сығып киттем. Ундағы дин әһелдәрен, ғалимдарҙы һәм Рәсәйҙә танылыу яулаған хәҙрәттәрҙе тыңлағас, үҙемдең сикле фекер йөрөтөүемде аңланым. Шулай итеп, дин тураһында ҡарашымды тулыһынса үҙгәрттем. Бөгөн мин – донъяуи кеше, дин тотоуым хаҡында кешегә белдерергә тырышмайым. Бер миҫал килтерәм: мәҫәлән, намаҙ ваҡыты үтеп бара, ә мин тығында торам икән, ти. Элек булһа, машинанан сығып, юл ситенә намаҙлығымды түшәп, изге ғәмәлде башҡарырға тотонор инем. Ә хәҙер өйгә ҡайтып етеп, яйына килтереп, тыныс хәл-торош менән Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итәсәкмен.
Илшат. Дин арҡаһында мин тышҡы яҡтан баҫылдым, ә эстән үҙемде ышаныслыраҡ тота башланым. Элек тиҫкәре кеше булдым, ә хәҙер һығылмалылыҡҡа өйрәндем. Һығылмалы булыу – ул көсһөҙлөк түгел, ә маҡсаттарыңа ирешеүҙең бер ысулы. Уңыш ҡаҙанған шәхестәр ҙә быны иҫбатлай.
Диндә ихлас, тәбиғи булаһың, ул рухи көстө, эске ныҡлыҡты үҫтерә. Ә был сифаттар кешегә күркәмлек бирә. Шулай уҡ дин – ул сәләмәт тормош рәүеше. Дини күҙлектән тормош һынауҙарына башҡаса ҡарайһың.
Донъяла барыһы ла Хоҙай әмәле менән башҡарыла. Тырышып-тырмашып та, маҡсатыңа ирешә алманың икән, тимәк, ваҡыты етмәгән. Ул эште ситкә ҡуйып тороп, икенсеһенә тотонорға була. Тормоштан бер миҫал килтерәм: ҡышҡыһын батып ултырған машина янында туҡтаным һәм көрттән сығырға ярҙам иттем. Водитель менән һөйләшеп киттек, ул офтальмология клиникаһы хирургы булып сыҡты. Ә минең күҙлекте ватып, яңыһын таба алмай йөрөгән саҡ. Табип мине клиникаһына саҡырҙы, проблеманы хәл итергә вәғәҙә итте. Унда күҙлек һатып алырға тигән уй менән барғайным, хирург миңә операция яһаны ла сығарҙы. Хеҙмәте өсөн бер тин дә алманы! Был хәлде мөғжизә тип ҡабул иттем. Сөнки бала саҡтан ҡатмарлы астигматизм, күрәшлек менән яфаланған кеше өсөн бер көн килеп донъяны ап-асыҡ һәм матур итеп күреү яңынан тыуыу менән бер булды.
– Хәйриәлек менән шөғөлләнеүең хаҡында ла һөйләп үтһәңсе, Илшат.
– Өс йыл рәттән етем балаларға ярҙам итеү маҡсатында “Наҙлы бала саҡ” тип аталған хәйриә шоуҙары ла ойошторам. Унда, танылған артистар менән бер рәттән, йәш йырсылар ҙа сығыш яһай. Төп шарт – мин ижад иткән йырҙарҙы башҡарыу. Концерттан килгән аҡса етемдәр йортона күсерелә. Шулай уҡ хәйриә проекты аша башҡа социаль учреждениеларға ла ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, Аврора урамында урынлашҡан ВИЧ менән сирле етемдәр приютына ремонт эшләнек. Был учреждениела замана афәтенән яфаланған биш йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләнә. Бинаға яҡшы мебель алдыҡ, түшәк кәрәк-яраҡтарын да яңырттыҡ.
Лилиә ХӘЛИТОВА әңгәмәләште.
Яңылыҡ авторы: Л.Хәлитова