Ҡыйғыла Яңы йыл кубогына баскетбол буйынса асыҡ турнир тамамланды.
Ир-егеттәр командалары араһында 1-се урынды Дыуан командаһы яуланы.
Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы командаһы 2-се урынға сыҡты.
Үрге Ҡыйғы ауылының йәштәре 3-сө урынды алды.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 2-се һанлы мәктәптең командаһы чемпион булһа, ошо уҡ уҡыу йортоноң икенсе командаһы көмөш миҙал менән бүләкләнде.
Ә Дыуан ауылы командаһына бронза миҙалдар тапшырылды.
Буйға оҙон еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова