Раштыуа байрамы алдынан, 6-һынан 7-һенә ҡараған төндә Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән
режимда эшләйәсәк.
Былтыр Раштыуала ҡорам һәм сиркәүҙәргә 35 меңдән ашыу кеше килгән. Быйыл да халыҡтың күп булыуы көтөлә. Ошо сәбәпле хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм юл-патруль хеҙмәттәренең өҫтәмә нарядтары дежур итәсәк.
Байрам саралары уҙған урындарҙа барлығы 1 мең ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләйәсәк. Штаттан тыш хәл тыуа ҡалһа, резервтағы 500 ЭЭМ хеҙмәткәре коллегаларына ярҙамға киләсәк.