Новости
6 Ғинуар 2020, 14:20

Юл фажиғәләре - 5 ғинуар

Кисәге республика юлдарында 6 авария теркәлгән, өс кеше фажиғәле һәләк булған, биш кеше йәрәхәттәр алған.

Яңауыл районында, Янбарис–Киҫәкҡайын–Айбүләк автоюлының 6-сы саҡрымында төнөн, ун икенсе яртыла, билдәһеҙ машина кешене төрттөрөп киткән.
33 йәшлек ир яраларҙан авария булған ерҙә йән биргән.
Ошо юл-транспорт ваҡиғаһына шаһиттарҙың ЮХХДИ-ның дежур часына (тел. 8(347)235-51-11) йәки полицияның яҡындағы бүлексәһенә хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.
Учалы районында, Учалы–Межозерный автоюлының 7-се саҡрымында, Силәбе өлкәһенән 51 йәшлек ир "Дэу Нексия" машинаһында юлдан осоп, ағасҡа бәрелгән. Ул үҙе лә, уның 58 йәшлек ҡатыны ла ауыр йәрәхәттәрҙән шунда уҡ һәләк булған.
Эскән килеш машина йөрөткән 38 водитель тотолған.
Фото: Д.З.Ғилметдинов.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманов
Йәшлек гәзите
Читайте нас